Для поиска нужного реферата введите его тему ниже:

Дипломная работа: «ПРИРОДА ЖАНРА ДРАМ ФЛОРИДА БУЛЯКОВА ФЛОРИД БҮЛӘКОВ ДРАМАЛАРЫНЫҢђЖАНР ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕН ӨЙРӘНЕҮ»



Примечания к работе

Работа проходит антиплагиат Форматы: Word

Содержание

ИНЕШ .4

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК. Флорид Бүләковтың художестволы донъяһы .9

1.1. Драматургтың тормош һәм ижад юлы .9

1.2. «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме» драмаһында образдар системаһы .11

1.3. Ф.Бүләков драмаларында герой концепцияһы .13

ИКЕНСЕ БҮЛЕК. Флорид Бүләков драмаларының жанр формалары .29

2.1. Ф.Бүләков ижадында яңы жанр формалары .32

2.2. Ф.Бүләковтың «Шайморатов генерал» трагедияһында героик пафос .37

2.3. Ф.Бүләков драмаларында заман темаһы .43

2.4. Ф.Бүләков әҫәрҙәрен мәктәптә өйрәнеү .51

ЙОМҒАҠЛАУ .69

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ .73

Введение (выдержка)

Күп йыллыҡ үҫеш һөҙөмтәһе булараҡ, башҡорт сәхнә әҙәбиәте бөгөн драма, комедия, трагедия һәм трагикомедия кеүек жанрҙарҙы үҙ эсенә алған тулайым әҙәби төр булып формалашты. Ул хәл-вакиғаларҙы, конфликттарҙы тормоштағыса ҡатмарлылығында, тәрәнлегендә, ҡырҡыулығында сағылдырыуға, характерҙарҙы бөтә эске бөтөнлөгө һәм ҡаршылығында кәүҙәләндереүгә, әхлаҡи-этик проблемаларға мөрәжәғәт итеү, шуны психологик йәһәттән ышандырырлыҡ итеп асып биреүгә табан хәрәкәт итә.

Һуңғы ваҡытта драматургияла Ғәзим Шафиҡов, Наил Ғәйетбай менән бер рәттән Флорид Бүләков кеүек яңы исемдәр ныклы урын алды. Улар яңы тема, проблема, хараҡтерҙар аса, үҙенсәлекле һүрәтләү саралары таба һәм ҡуллана.

Флорид Бүләков – театрҙар өсөн инде танһыҡ исем. «Ул драматургияға сағыштырмаса яңырак, ләкин сағыу, үҙенсәлекле рәүештә килеп инде. Бөгөн бер генә театр ҙа уның пьесаларын урап үтә алмай. Әҫәрҙәре рухы менән үтә лә халыҡсан, балҡып торған тос хараҡтерҙарға бай, һутлы теле, оҫта юморы һәм оптимизм менән айырылып тора. Флорид Бүләков күп кенә театр фестивалдәрендә лә приз алды. Ә Чебоксарҙа үткәрелгән «Федерация - 93» тигән театрҙар фестивалендә уның пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль иң якшы тип табылды» .

Флорид Бүләков – шағир, тип иҫбатлар инем мин. Драматург бит, шағир түгел, тип икеләнер, бәлки, кемдер. Шағир ул. Ғәмәлдә, драматургтарҙы антик замандарҙа шағир тип йөрөткәндәр. Мин дә бының менән килешәм. Бигерәк тә драматург Флорид Бүләков хаҡында һүҙ барғанда, уны шулай тип атауҙан һис тартынмайым. Иҫ киткес ихлас, кешелекле һәм драматик хис-тойғоло әҙиптең һәр бер әҫәре уның нескә күңелле лирик булыуы хаҡында ҡысҡырып әйтеп тора. Уның сәхнәләге геройҙарының, жанр талап иткән бәрелештәр ваҡытында үҙ-үҙен тотошо, тотҡан ҡиблаларының офоҡтары, авторҙың үҙ күңеленең даирәһе киңлеге хаҡында һөйләмәйме ни?

«Современнная драматургия» журналы Ф.Бүләков хаҡында ҡасандыр «ул драматург булып тыуған», тип яҙғайны. Был, ысынлап та, шулай. Уның «Атылған өйөр», «Ҡанатланып ос һин, Толпарым!», «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?», «Әбейҙәргә ни етмәй?» («Эх, күгәрсенкәйҙәрем!.»), «Онотолған доға», «Камикадзе», «Мөхәббәт реестры», «Ҡыҙҙар ниңә илай?», «Таштуғай», «Шайморатов-генерал», «Бибинур, ах, Бибинур!» һәм башҡа Башҡортостан, Татарстан, Рәсәй, туғандаш илдәр сәхнәләрендә ҡуйылған спектаклдәре ХХ-ХХI быуат театр сәнғәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Башҡорт менталитетлы геройҙар күпме тамашасының зауҡына йоғонто яһаны, әҙәбиәтебеҙҙе лә иркен киңлектәргә сығарҙы. Ф.Бүләков пьесалары буйынса Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында ҡуйылған "Онотолған доға" спектакленә Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы һәм М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында сәхнәләштерелгән "Бибинур, ах, Бибинур" спектакленә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы бирелде.

Нимә хаҡында һуң уның әҫәрҙәре? Нимәләрҙе ярата, ниҙәр өсөн һыҙлана, күңелебеҙҙең ҡайһы ҡылдарын тартырға ниәт итә драматург?. Нисек әйтергә. Уның сәхнә әҫәрҙәре беҙҙең хаҡта. Ҡәҙимге тормоштоң күсермәһе түгел, бер ваҡытта ла тормошта булмаған, әммә булыуы ихтимал хәл-ваҡиғалар эсендәге характерҙар бәрелеше, кемдең кемлеген асып һалыусы ситуацияларҙағы киҫкен интрига барышында асыҡланған психологик кисерештәр, бәндәнең нимәнелер, яуызлыҡ һәм изгелек юлын, мәҫәлән, һайлауҙағы хис-тойғолары, поступкалары ҡыҙыҡтыра икән әҙипте. Ана шул, сират күпере кеүек, нескә ҡылдай баҫмаға ҡуя ул геройҙарын һәм, интрига тип аталған һынау аша үткәреп, тамашасы алдына сығара. Юҡ, берәүгә лә мөһөр һуҡмай автор, уйланырға ғына саҡыра кеүек: хәл бына ошолайыраҡ, үҙегеҙ баһалағыҙ, йәнәһе.

Рәсәйҙең, туғандаш илдәрҙең байтаҡ сәхнәләрендә барған классик әҫәре бар Флорид Бүләковтың. Уның бер варианты «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?» тип аталды, һуңғыһын драматург «Изге ғәмәл» тип исемләй.

Башҡорт драматургияһының һуңғы сирек быуатҡа яҡын ваҡыт арауығын "Флорид Бүләков осоро" тип билдәләһәк, һис тә арттырыу, фәстереү булмаҫ. Яҙыусыбыҙ шулай уҡ Рәсәй сәхнә әҙәбиәтендә һәм сәнғәтендә күренекле урын биләй. Драматург, барыһынан элек, трагикомедия жанрында ижад иткән әҫәрҙәре менән билдәлелек алды, ихтирам яуланы. Трагикомедия – ауыр, ҡатмарлы жанр. Драматургтың трагикомик герой статусына эйә булған персонаждары үҙҙәренең алдына "ни өсөн, нисек йәшәнем?" тигән һорау ҡуя икән, тимәк, улар уйлана, хис-тойғолар драмаһы кисерә. Уларҙың "күңел диалектикаһы"нда сағылыш тапҡан илеңде, халҡыңды яратыу, уның үткәненә хөрмәт менән ҡарау, бөгөнгөһөн зирәк аҡыл менән ҡабул итеү, яҡын кешенә иғтибарлылыҡ, ихтирам күрһәтеү, шул уҡ ваҡытта намыҫлы, үҙ-үҙеңә талапсан булыу кеүек ҡиммәттәр – Флорид Бүләков драматургияһының һабаҡтары.

Йәнә бер бейеклектең нигеҙ ташын һалыуға өлгәште Ф.Бүләков. Ул башҡорт телендәге тәүге сериалдың киносценарийын яҙҙы. Башҡортостан телевидениеһынан «Ай ҡыҙы»н күрһәткәндә тамашасылар, бөтә эшен ташлап, телеэкрандарға ҡапланды. Үҙәк телевидениеның атыш-ҡыйралышлы сериалдарынан әҙәплелеге, идеалдар яҡтылығы, беҙгә генә таныш хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итеүе менән айырылып тора ул «Ай ҡыҙы». Бында ла автор үҙ идеалдарына тоғро. Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, уның эске рухи көсөн һүрәтләй, уға һоҡлана, йәлләй.

Теманың өйрәнелеү тарихы.

Башҡорт һүҙ сәнғәтендә драматургия буйынса Т.Килмөхәмәтовтың «Башҡорт драматургияһының поэтикаһы», «Мостай Кәрим драматургияһы», Р.Әхмәҙиевтең «Конфликты, жанры, характер», «Шағир драматургияһы», «Жанрово-стилевые поиски в современной башкирской драматургии», И.Бүләковтың «Башҡорт драматургияһының барлыҡҡа килеү һәм үҫеү юлдары», «Современность и драматургия», М.Ғәйнуллиндың «Ысынбарлыҡ. Конфликт. Характер», «С.Мифтахов драматургияһы», «Башҡорт драматургияһының үҫеш юлдары», М.Хәмиҙуллинаның «Б.Бикбай ижады», «Поиски и обретение в драматургии» кеүек хеҙмәттәре иғтибарға лайыҡ. Ә Ф. Бүләков ижады буйынса Р.Әхмәҙиев, Т.Ғәниева, 3.Әлибаевтарҙың ваҡытлы матбуғат биттәрендә мәҡәләләре генә булды.

Ф.Бүләков драматургияһы үткән быуаттың 80-се йылдарынан башлап Рәсәй театр сәнғәтендә башҡорт сәхнәһенең «йөҙөн» билдәләне. Әммә уның тормош юлы һәм ижады әлеге көндә системалы рәүештә ентекле өйрәнелмәгән. Был сығарылыш квалификация эшенең актүаллеген билдәләй ҙә инде.

Был сығарылыш квалификацион эшенең төп маҡсаты Флорид

Бүләковтың ижад донъяһын бер бөтөн итеп күҙаллауҙа. Әҙиптең драматик әҫәрҙәренең идея-тематикаһын, художество үҙенсәлектәрен, композицион ҡоролошон мөмкин тиклем асып биреү мөһим.

Төп маҡсаттан сығып, түбәндәге бурыстар ҙа билдәләнде:

• Ф.Бүләковтың тормош юлына, ижадына дөйөм байҡау яһау;

• Пьесаларының жанр үҙенсәлектәрен асыҡлау;

• Ф.Бүләков әҫәрҙәрендә күтәрелгән проблемаларға күҙәтеү

яһау.

Тикшереү объекты итеп авторҙың драматургияһы билдәләнде.

Өйрәнеү кимәле. Ф.Бүләковтың пьесалары беҙҙең республикабыҙ сәхнәһенән төшмәһә лә уның тураһында мәҡәләләр аҙ. Быға тиклем донъя күргән мәҡәләләр рус телендә баҫтырылып сығарылған. Уның әҫәрҙәре тураһында тәнҡит мәҡәләләре лә бармаҡ менән һанарлыҡ.

Диплом эшенең практик әһәмиәте.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәрестәрендә, синыфтан тыш эштәрҙә ҡулланырға мөмкин.

Диплом эшенең структураһы инеш өлөштән, 2 бүлектән, йомғаклау, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.

Выдержка из основной части

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК ФЛОРИД БҮЛӘКОВТЫҢ ХУДОЖЕСТВОЛЫ ДОНЪЯҺЫ

1.1. Драматургтың тормош һәм ижад юлы

Бала заманына ҡарап тыуа. Драматург та шулай. Классик драматургия бар. Ярай. Яҡшы. Донъя драматургияһын уптым илаһи бер бөтөн итеп алып, был бөтөнлөккә аҡыл анализы яһай-яһай, фекерҙәрҙе күркәм синтезлап уйланһаҡ, инсаниятселек өсөн ҙур хазина ижад иткәнлегебеҙҙе аңларбыҙ. Хәҙер инде Флорид Бүләков был хазинаның алтын бөртөктәрен йыя.

Хәҙерге башҡорт драматургияһын Флорид Бүләковтың ижадынан тыш күҙ алдына килтереүҙе мөмкин түгел. Драматургтың исеме Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә киң билдәле. Ф.Бүләков 2 тиҫтәнән ашыу пьесаның, тәүге башҡорт сериалының, бер нисә киноромандың, унлаған фильм сценариеның һәм башҡорт рок-операһы өсөн яҙылған либретто авторы. Бынан тыш уның исеме гәзит-журнал уҡыусыларға оҫта журналист, публицист булараҡ та киң билдәле.

Тамара Ғәниева Флорид Бүләков менән танышыуҙары хаҡында түбәндәгеләрҙе хәтерләй.

.Сәйер, үтә сәйер күренде ул миңә тәү осор, 1980 йылдарҙа «Ленинсы» - «Ленинец» гәзитендә эшләп йөрөгән сағыбыҙҙа. Бер төрлө текәрәк, бер аҙ шаяныраҡ, ниндәйҙер дәрәжәлә үҙ һүҙлерәк коллектив эшләй ине ул саҡта йәштәр гәзитендә. Галина Карпусь, Айрат Еникеев, Гүзәл Агишева, Виктор Скворцов, Рушан Кирәев, Алик Шакиров, Иосиф Гальперин – о, ниндәйерәк шәп журналистар ине улар. Шуҡ, битарафһыҙ кешеләр. Ә Флорид Бүләков. Тәү ҡарашҡа бик баҫалҡы, ашығып бармаҫ, аҙ һүҙле булыуы арҡаһында сәйер кеүек күренгәндер миңә. Нимә уйлағанын белермен тимә. Әммә. Өҙлөкһөҙ командировкаларға йөрөп ҡайтҡандан һуң яҙған мәҡәләләрен уҡыһаң, уның темпераментлы, уйсан кеше булыуы асыла ла ҡуя. Ә бит ниндәй аналитик мәҡәләләр яҙа ине журналист Флорид Бүләков. Ни рәүешле битарафһыҙлык, йән әсенеүе бар ине уларҙа!

Флорид Бүләков 1948 йылдың 23 февралендә Мишкә районының Ҙур Шаҙы ауылында тыуа. Журналистикаға килер алдынан ҙур хеҙмәт юлы үтә. 16 йәшендә төҙөлөштә эшләй башлай, унан һуң ял йортонда массовик, мәктәптә уҡытыусы, райондың Мәҙәниәт йортонда оркестр етәксеһе, баянист булып эшләй. Мишкә районының «Эрвея» бейеү ансамблен ойошторорға, шул коллектив менән Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз конкурстарында ҡатнашып дан яуларға, музыкант булараҡ, көйҙәр яҙырға ла өлгөргән, һалдат итеге кейеп, стройбатта, Алла тарафынан онотолған Манғышлаҡтың ҡот осҡос климаты шарттарында, Карагир руднигында уран ҡаҙырға ла тура килгән. Стройбаттың дедовщинаһынан миктәүҙән уны рухташ ҡаҙаҡтар менән аралашыуы ғына еңеләйткәндер.

Һалдаттан ҡайтҡас, Флорид ситтән тороп Бөрө педагогия институтын тамамлай. 1973 йылдан үҙен журналистикаға бағышлай. Мишкә районының «Дуҫлыҡ», Бөрө районының «Еңеү» газеталарында эшләй. Ә аҙаҡ республиканың өлкә гәзите «Ленинсы» - «Ленинец»ҡа саҡырып килтерелгән була. Әммә ғаиләһе Мишкәлә йәшәй. Ишембайға үҙ хәбәрсе булып китә. Ғаиләң менән йәшәрлек урының булмағас, Өфөлә маҡтаулы журналист, ятаҡ асарбағы булып күпме йөрөргә була?

Әҙәбиәткә Флорид Бүләков 80-се йылдарҙа килә. Бер заман Стәрлетамаҡ, Салауат театрҙары гастролдәргә Флорид Бүләковтың пьесалары менән килә башламаһынмы?!. Стәрлетамаҡ рус театры «Медовый месяц», Салауат башҡорт драма театры «Ҡанатланып ос һин, Толпарым!» спектаклдәрен Өфө тамашасыларына ла күрһәтеп, театр һөйөүселәрҙе таң ҡалдырҙы.

1980-1990 йылдарҙа Ф.Бүләковтың шымарған, егәрле ҡәләме бер-бер артлы яңынан-яңы драма әҫәрҙәре яҙып, башҡорт театр сәнғәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Уның пьесалары Рәсәйҙең 150-нән ашыу театрында, Украина, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Төркмәнстан һәм башҡа илдәрҙең театрҙарында ҙур уңыш менән бара.

Ф.Бүләков төрлө конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Төрки телле театрҙарҙың 1-се фестивалендә уның пьесалары беренсе премияға лайыҡ була һәм Мәскәү, Смоленск ҡалаларының, Ҡалмыҡ, Карелия һ.б. республикаларҙың сәхнәләрендә ҡуйыла. «Туғанлыҡ», «Театр яҙы», «Хәҙерге драматургия», «Ишара» фестивалдәрендә Гран-при яулай.

Һуңғы ваҡытта кинодраматургияны уңышлы үҙләштерә. Беренсе башҡорт телесериалының («Ай ҡыҙы» кинороманы), «Арҡаим сере» һәм «Беренсе мөхәббәт зонаһы» киноромандарының авторы. «Дүрт Ғәлиә» кинокомедияһына, «Һуңғы доза», «Эвтаназия», «Мөхәббәт араһы» исемле тулы метражлы фильмдарҙың сценариҙарын яҙа. Шулай уҡ «Мөхәббәт йондоҙо» исемле башҡорт рок-операһының авторы.

Флорид Бүләков Башҡортостан Республикаһының аткаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исемендәге, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премиялары лауреаты.

Һуңғы йылдарҙа башҡорт драматургияһында иң әүҙем эшләгән әҙиптәрҙең береһе Флорид Бүләков икәнен бер кеше лә инҡар итмәҫ. Һәр маһир һүҙ оҫтаһы менән булған шикелле, ул өйрәнеү осорон кисермәне, ижадында һан һәм сифат нисбәттәре бер-береһенә ҡаршы килмәне, тәүге әҫәрҙәренән үк тамашасы күңелен яуланы. Ф.Бүләков драматургияһы ысын мәғәнәһендә башҡорт һүҙ сәнғәтенең бөтә Рәсәй мәҙәниәтендәге һәм әҙәбиәтендәге илсеһе булып әүерелде.

1.2. «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме» драмаһында образдар системаһы

Ф.Бүләков драматургияһы хаҡында һүҙ йөрөткәндә, әҫәрҙәрендә ошондай бер уртаҡ күренештең булыуын билдәләргә кәрәк: пьесаларҙың геройҙары, өлкән быуын кешеләре булараҡ, үткән ғүмерҙәре тураһында уйланып, үҙҙәренең алдына "мин нисек йәшәнем?" һорауын ҡуя. Ғәҙәттә, бының өсөн формаль күрһәткес кенә түгел, драматик хәрәкәтте ойоштороусы композицион сара әһәмиәтендәге көтөлмәгән хәл-ваҡиға сәбәпсе була. Мәҫәлән, "Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?." пьесаһындағы Абдулла ҡарт эргәһенә һис уйламағанда Әжәл килә. Тап шул осрашыуҙан һуң Абдулла былай ти: "Үҙ ғүмеремдә үҙемсә йәшәй алмағанмын икән, өҫтәмәһендә үҙемсә йәшәрмен". Абдуллаға өҫтәмә ғүмерҙе ана шул Әжәл вәғәҙә итә лә инде. Тик уның шарты ҡаты: Абдулла өс сәғәт эсендә бер генә сауаплы эш башҡара алһа ла, уға өҫтәмә ун йыл ғүмер биреләсәк!

"Ҡаты ауырып түшәктә ятҡан Абдулла сараһыҙҙан тәҡдимде ҡабул итә. Әжәл тарафынан бирелгән ваҡыт эсендә Абдулла менән уның ҡатыны Фатима тормошоноң ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та яҡтары асыла. Был ике өлкән кешенең хәл иткес шарттарҙа хыялдарын ысынбарлыҡ итергә тырышыуы, әлбиттә, көлкө. Ул Абдулла менән Фатиманан трагикомедия геройҙары яһай. Абдулла, мәҫәлән, үҙе әйтмешләй, запас ун ғүмер алыр өсөн ниндәй генә ҡиәфәткә инмәй ҙә, ниҙәр генә уйлап сығармай. Ләкин Абдулла менән Фатиманың "өҫтәмә ғүмер" алыу ниәттәре барып сыҡмай, улар әжәлгә дарыу табыу теләгенә ирешә алмай. Был - һис шикһеҙ, әҫәрҙең трагикомик һөҙөмтәһе. Уның төп сәбәптәрен автор Абдулланың үҙендә, йәшлегендә үҙһүҙлелеге, тиҫкәрелеге арҡаһында яһаған хаталарында күрә. Абдулла эш менән мәшғүл булып, ҡатынының һүҙҙәренә иғтибар бирмәй, уның һыҙланыуҙарына, борсолоуҙарына ҡолаҡ һалмай. Алда йәшәйһе йылдар бар әле, тип, үҙен дә, ҡатынын да йыуатыу менән сикләнә. Шул рәүешле ғүмеренең үтеп киткәнен һиҙмәй ҡала.

Ысынында иһә, Абдулланың теләктәре изге: "Бер оло ғына хыялым бар минең, Фатима, - ти ул ҡатынына, - буласаҡ улымды үҙ балым менән ҡаршы алырға өмөтөм. Үҙ балым менән". Шуның өсөн ул ашыға, алһыҙ-ялһыҙ эшләй, төндәрен солоҡтан умарта яһай. "Солоҡсо башҡортҡа кейәүгә сыҡтың бит", - тип, ул Фатимаһын да эшкә ҡуша. Ҡатыны ауыр ағас күтәреүҙән имгәнә, әсәлек бәхетенән мәхрүм ҡала .

Заключение (выдержка)

Күп йыллыҡ үҫеш һөҙөмтәһе булараҡ, башҡорт сәхнә әҙәбиәте бөгөн драма, комедия, трагедия һәм трагикомедия кеүек жанрҙарҙы үҙ эсенә алған тулайым әҙәби төр булып формалашты. Ул хәл-ваҡиғаларҙы, конфликттарҙы тормоштағыса ҡатмарлылығында, тәрәнлегендә, ҡырҡыулығында сағылдырыуға, характерҙарҙы бөтә эске бөтөнлөгө һәм ҡаршылығында кәүҙәләндереүгә, әхлаҡи-этик проблемаларға мөрәжәғәт итеү, шуны психологик йәһәттән ышандырырлыҡ итеп асып биреүгә табан хәрәкәт итә.

Эпик киңлеккә һәм оло дөйөмләштереүҙәргә ынтылыуы менән бөгөнгө драма башҡа жанрҙар араһында айырылып тора. Замандың актуаль мәсьәләләрен етеҙ сағылдырған, шулай уҡ тарихи һәм тарихи-революцион теманы идея-эстетик йәһәттән үҙләштереүҙә әүҙемлек күрһәткән драманың хәҙерге көндә байтаҡ яңы жанр формалары барлыҡҡа килде.

Шулар араһынан, мәҫәлән, героик драмала халҡыбыҙҙың социаль һәм синфи тигеҙлек даулау менән бәйле темалар өҫтөнлөк итә. Героик драма шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле ваҡиғаларға туранан-тура мөрәжәғәт итә башланы һәм был тәңгәлдә ярайһы уҡ һөҙөмтәләргә иреште. Драмала үҙәккә ҡаһарманлыҡ проблемаһы алынып, хәрәкәттең структураһы, сюжет-композицион ҡоролошынан элек, халыҡ идеалын, уның патриотик тибын кәүҙәләндергән герой тәбиғәте менән аңлатыла.

Ф.Бүләков пьесалары абсурд театрын хәтерләтә. Уның геройҙары ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ситуацияларға килеп эләгә, тәү ҡарашҡа, тормош ығы-зығыһында юғалып та ҡалған һымаҡ. Әммә улар үҙҙәренә, әйләнә-тирә мөхиткә юмор, кәрәк икән, ирония менән ҡарарға рухи көс таба, гражданлыҡ ҡыйыулығы күрһәтә. Әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән яҙмыштар кешеләргә ҡарата изгелек һәм йылы мөнәсәбәт менән һуғарылған, лирик интонация ярҙамында бирелә.

Драматургтың әҫәрҙәрендә мөхәббәт темаһы үҙәк урындарҙың береһен биләй. Геройҙарҙың тыуған ергә, халыҡҡа, ҡатын-ҡыҙға, әсәгә булған һөйөүенән яралған изгелектәре уларҙың драматик һәм трагик һыҙатлы комизмын барлыҡҡа килтергән.

Авторҙың метафоралы фекере, пьесаларҙың һығылмалы структураһы, геройҙарҙың көсөргәнешле психологик торошо ана шул трагикомизмдың тамырҙарын юллауға йүнәлтелгән. Бер осраҡта драматург уларҙы халыҡ тормошонан, милли ерлектән эҙләһә, башҡаһында дөйөм кешелек, глобаль мәсьәләләр менән тығыҙ мөнәсәбәттә асыҡлай.

Яҙыусының яңы ижад иткән пьесаларында характерҙар күп ҡырлы була барҙы, сюжет һығылмалы төҫ алды, рухи, интеллектуаль йөкмәтке менән байытылды, идея төпкәрәк йәшеренде, фекерҙәр кинәйәле мәғәнә алды.

Ф.Бүләков әҫәрҙәренең образлы туҡымаһында традицион сара һәм алымдар менән бер рәттән шартлы элементтар ҙа бар. Фольклор поэтикаһы драматик хәрәкәткә халыҡсан аҡыл һәм милли рух өҫтәһә, «хат», «тауыш» кеүек шартлы элементтар ваҡыт сиктәрен белмәйенсә, заманалар хәбәрләшеүен тәьмин итеүсе сылбыр ролен үтәй, ә арба үҙәгенән ысҡынған тәгәрмәс, киҫелгән сәс толомо, атыласаҡ мылтыҡ, итек һ.б., бер яҡтан, конфликтты көсәйтеүсе сара, икенсенән, яҙмыш ҡотолғоһоҙлоғона ишаралаусы әйбер-образдар, образлы деталдәр.

Ф.Бүләков әҫәрҙәренең конфликты иһә кеше менән кеше, кеше менән заман, кеше менән йәмғиәт араһында мөнәсәбәттәрҙән торған мәңгелек коллизияларға ҡоролған.

Ф.Бүләков геройҙары үҙҙәренең алдына «нимә өсөн, нисек йәшәнем?» тигән һорау ҡуя һәм шуға яуап эҙләү йәһәтенән көсөргәнешле уйлана, фекер йөрөтә, хис-тойғолар драмаһы кисерә. Уларҙың «күңел диалектикаһы»н сағылдырыуҙа диалогтар менән бер рәттән монологтар, төш, хикәйәт, хыял, хәтерләү кеүек шартлы күренештәр актив функция үтәй. Характер асыу саралары булараҡ, был элементтар бер үк ваҡытта композиция ойоштороусы мөһим компоненттар булып тора.

Геройҙарҙың комик һәм драматик ҡатламдар аша үтеүе, реаль ваҡиғаларҙың фантасмагория, фольклор элементтары менән аралашып, солғанып китеүе, көтөлмәгәнлек алымын ҡулланыу, сюжеттың контрасҡа, йәғни персонаждарҙың хәҙерге хәлен элеккеһе менән сағыштырыуға ҡоролоуы былар бөтәһе лә Ф.Бүләков әҫәрҙәренең драма менән комедия мөнәсәбәттәре нигеҙендә хасил булған синтетик форма булыуын күрһәтеп тора.

Ғилми эштең инеш өлөшөндә Флорид Бүләков ижадына ҡыҫҡаса күҙәтеү яһаныҡ, яулаған үрҙәрен барланыҡ. Шунда уҡ ижадының тикшерелеү кимәлен өйрәндек. Инештә ғилми хеҙмәттең маҡсаты, бурыстары, яңылығы, практик әһәмиәте, структураһы күрһәтелде.

Беренсе бүлектә Флорид Бүләковтың художестволы донъяһына байҡау яһаныҡ, ҡыҫҡаса драматургтың тормош һәм ижад юлын барланыҡ, яулаған үрҙәрен һанап киттек. Артабан «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме» драмаһындағы образдар системаһына туҡталдыҡ. Һәр бер образды ентекле тикшерҙек. Шулай уҡ Ф.Бүләков драмаларында герой концепцияһын асрға ынтылыш яһаныҡ.

Икенсе бүлектә Флорид Бүләков драмаларының жанр формаларын асыҡланыҡ һәм драматург ижадындағы яңы жанр формаларын анализланыҡ. Драматург ҡисса, драма, драма реквием, драматик новелла, трагикомедия, лирик комедия, мелодрама, романтик комедия, кинәйәле музыкаль комедия, хатта фажиғәле сихыр тип аталған пьесалар ижад иткәнлеге хаҡында әйтеп үттек. Шул уҡ бүлектә Ф.Бүләковтың «Шайморатов генерал» трагедияһындағы героик пафосты, драмаларындағы заман темаһының сағылышын, Ф.Бүләков ижадында трагикомедия жанрының урынын билдәләнек.

Ф.Бүләков әҫәрҙәрендә образдарҙың үҙенсәлектәрен, нескәлектәрен асыҡлауға ҡарағанда, уларҙың төп характер һыҙаттарын күрһәтеүгә баҫым яһаған. Авторҙың маҡсаты - яуызлыҡты фашлау, шул уңайҙан шәхес культына, уның эҙемтәләренә мөнәсәбәт белдереү.

Список литературы

I. Сығанаҡтар

1. Бүләков Ф. Ҡанатланып ос һин, Толпарым! // Ағиҙел. - 1992. - №12.

2. Бүләков Ф. Пьесалар. - Өфө: Китап, 2008. - 448 бит.

3. Бүләков Ф. Һөйәһеңме-һөймәйһеңме? Пьесалар. — Өфө, 1993.

4. Бүләков Ф. Шайморатов Генерал: Драма-реквием // Тамаша, 1998. -№ 2.

5. Бүләков Ф. Әбейҙәргә ни етмәй?: Трагикомедия // Тамаша. 1993. - №1.

II. Ғилми хеҙмәттәр

1. Ахмадиев Р. Суть и суд жанра. - Уфа: Китап, 1997. -128 с.

2. Ахмадуллин А. Горизонты татарской драмы. - Казань: Татарское книжное издательство, 1983. - 216 с.

3. Баимов Р.Н., Гареева Г.Н., Тимергалина Р.Х. Писатели земли башкирской. Справочник. Башкирское издательство «Китап», 2006. -

495 стр.

4. Баимов Р. Поискам нет конца. - М.: Современник, 1980. - 205 с.

5. Баимов Р. Судьба жанра. - Уфа: Башкирское книжное издательство, 1984. - 320 с.

6. Башҡорт драматургияһы антологияһы: Беренсе китап / Төҙ. Ғәйнуллин М. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. - 608 бит.

7. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Алты томда. - Өфө: Китап. - 1996, -

Т.6. - Хәҙерге әҙәбиәт (1966-1994 йылдар). - 710 бит.

8. Белинский В.Г. Полн. собр. соч. в 13-ти томах. - М.: Изд-во АН СССРД953.-Т.1.-574с.

9. Белинский В.Г. О драме и театре. - М.: Искусство, 1983. - 466 с.

10. Борев Ю.Б. Комическое . - М.: Искусство, 1970. - 258 с.

11. Бугров Б.С. Русская советская драматургия (1960-1970-е годы). - М.: Высшая школа, 1981 - 286 с.

12. Буляков И.К. Возникновение и становление башкирской

драматургии (1917-1932). - Уфа: Баш ГУ, 1975. -16 с.

13. Бүләков И. Хәҙерге драматургияла көн талабының ҡуйылышы // Заман талабы. Әҙип яуабы. - Өфө, 1990.

14. Гайнуллин М.Ф. Драматургия Мифтахова: (Из истории развития башкирской литературы). - Уфа: Башкирское книжное издательство, 1959. -132 с.

15. Гәрәева Г.Н. Заман көҙгөһө: геройҙың рухи донъяһы. - Өфө, Башҡорт дәүләт университеты баҫмаһы, 2003. - 128 бит.

16. Ғүмәров В. Поэзия, драма әҫәрҙәре, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар. Өфө: Китап, 2009. - 464 бит.

17. Ғәйнуллин М. Ысынбарлыҡ. Конфликт. Характер. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. - 436 б.

18. Ғәйнуллин М. Башҡорт совет драматургияһының үҫеш юлдары. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. - 328 б.

19. Ершов Л.Ф. Сатирические жанры в русской советской литературе. - Л.: Наука, 1977. - 283 с.

20. Заман талабы. Әҙип яуабы. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә художество эҙләнеүҙәре. - Өфө: СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, 1990. -136

б.

21. Зубков Ю. Экзамен перед совестью // Драматургия России. -

М.: 1979.

22. Карягин А.А. Драма как эстетическая проблема. - М.: Наука, 1971.-223 с.

23. Килмөхәмәтов Т. Башҡорт трагедияһының поэтика мәсьәләләре. - Өфө: БДУ, 1984. - 76 б.

24. Килмөхәмәтов Т. Башҡорт трагедияһының поэтикаһы. Өфө: БДУ, 1983. -806.

25. Килмөхәмәтов Т. Драматургия һәм драматургтар. - Өфө:

Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. - 296 б.

26. Килмөхәмәтов Т. Халыҡсанлыҡ көсө. Әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, ижади портреттар. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1998. - 464 бит.

27. Килмөхәмәтов Т. Әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, ижади портреттар. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте,1998. - 464 бит.

28. Кильмухаметов Т.А. Драматургия Мустая Карима. Своеобразие жанровой эволюции. - Уфа: Башкирское книжное издательство, 1979. - 224 с.

29. Кильмухаметов Т.А. Поэтика башкирской драматургии. Уфа. Китап, 1995. - 336 с.

30. Киселев Н.Н. Проблемы советской комедии. - Томск: Изд-во Томского университета, 1973. - 201 с.

31. Кургинян М.С. Драма // Теория литературы. Основные проблемы в историческом освещении. Роды и жанры литературы. М.: Наука, 1964. -352 с.

32. Кәрим М. Тормош. Драматургия. Театр // Әҫәрҙәр. Т. V. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1973.

33. Макарян А. О сатире. - М.: Сов. писатель, 1967. - 275 с.

34. Николаев Д. Смех - оружие сатиры. - М.: Искусство, 1962. - 311 с.

35. Сендюков С.Д. Герой и нравственный конфликт в советской драматургии 70-х годов. - М.,1979. -174 с.

36. Федь Н.М. Искусство комедии и мир сквозь смех. - М.: Наука, 1978.-216 с.

37. Фролов В. Судьбы жанров драматургии. - М.: Сов. писатель.

1979.-423 с.

38. Хратенко М. Художественное творчество, действительность, человек. - М.: Сов. писатель, 1982. - 416 с.

39. Хөсәйенов Ғ. Замана. Мәҡәләләр, портреттар, иҫтәлектәр, парсалар. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. - 360 б.

40. Хөсәйенов Ғ. Мостай Кәрим. Шәхес. Шағир. Драматург. Прозаик. - Өфө: Китап, 1994. - 416 б.

41. Хөсәйенов Ғ. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2006, -228 б.

42. Хәмиҙуллина М. Баязит Бикбай ижады. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. - 192 б.

43. Хәмиҙуллина М. Драматургияла эҙләнеүҙәр һәм табыштар // Яңырыу юлында. - Өфө, 1994. -192 б.

44. Шаһиев Р.В. Әҙәбиәттә герой орбитаһы: әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар, ижади портреттар. - Өфө: Китап, 2010. -

176 бит.

45. Әхмәҙиев Р.Б. Драматургияла жанр формалары. Монография. - Өфө: Китап, 2003. - 240 бит.

46. Әхмәҙиев Р.Б. Хәҙерге башҡорт драматургияһында жанр-стиль эҙләнеүҙәре. - Өфө: БДУ, 1995. - 80 б.

47. Әхмәҙиев Р.Б. Шағир драматургияһы: Р.Сафин пьесаларында образдар һәм драматик хәрәкәт үҙенсәлектәре.- Өфө: БДУ, 1994.-64 б.

48. Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. Дөйөм мәғлүмәт. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. - 388 б.

49. Әхмәтова Ф. Рафаэль Сафин ижады. - Өфө: Ғилем, 1999. - 866.

III. Мәҡәләләр

1. Богданов Ф. Һуңғы йылдарҙа башҡорт драматургияһы // Башҡортостан уҡытыусыһы. - 1997. - №5.

2. Буляков Ф. Мне везет на талантливых людей // СОВ. Башкирия. -1991. - 27 дек.

3. Бүләков И. Көн талаптары яҡтылығында // Ағиҙел. - 1975. №9.

4. Бүләков Ф. Буранда тыуған // Йәшлек. - 2008. - 26 февраль.

5. Бүләков Ф. Иң уңышлы сәхнә әҫәрҙәре 40 менән 50 йәш араһында яҙыла // Башҡортостан. - 2008. - 21 февраль.

6. Ғәниева Т. Яҡты күңелле шағир // Башҡортостан. - 2008. - 21 февраль.

7. Нургалин 3. Ижад - сер йомғағы // Ағиҙел. - 2002. - № 10.

8. Павловский А. О сатире // Звезда. -1955. - № 6.

9. Фаткуллин А. Хәҙерге драматургияла дәүерҙең рухи ҡаршылыҡтары // Ағиҙел. - 2002. - №9.

10. Әлибаев 3. Тарихта ҡалған эҙҙәрҙе юллап // Башҡортостан

- 2002. - 25 ноябрь.

11. Әлибаев 3. Һай, батыр ҙа ир ине. // Башҡортостан. - 2002.-

28 ноябрь.

12. Әхмәҙиев Р. Көлөү трагизмы һәм трагикомедия

13. Әхмәҙиев Р. Флорид Бүләков драматургияһында рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр // Башҡортостан укытыусыһы. - 2010. - №1.

Похожие работы
ИЗУЧЕНИЕ ЖАНРОВОЙ ПРИРОДЫ ПОЭЗИИ РАИСА ТУЛЯКА РӘЙЕС ТҮЛӘК ПОЭЗИЯҺЫНЫҢ ЖАНР ТӘБИҒӘТЕН ӨЙРӘНЕҮ - Дипломная работа

ТВОРЧЕСКИЙ ПОРТРЕТ А. ТАГИРОВОЙ: ПЕРСПЕКТИВА ИЗУЧЕНИЯ В ШКОЛЕ - Дипломная работа

СТИЛИСТИЧЕСКИЕ ОСОБЕННОСТИ БАШКИРСКОЙ РАДИОРЕКЛАМЫ - Дипломная работа

ТВОРЧЕСКИЙ ПОРТРЕТ А. ТАГИРОВОЙ: ПЕРСПЕКТИВА ИЗУЧЕНИЯ В ШКОЛЕ - Дипломная работа

ХУДОЖЕСТВЕННЫЙ ОБРАЗ В РАССКАЗАХ ТАНСУЛПАН ГАРИПОВОЙ, ЕГО ИЗУЧЕНИЕ ВО ВНЕКЛАССНЫХ МЕРОПРИЯТИЯХ - Дипломная работа

ХУДОЖЕСТВЕННЫЙ ОБРАЗ В РАССКАЗАХ ТАНСУЛПАН ГАРИПОВОЙ - Дипломная работа

ЯҘМЫШ ҺӘМ МӨХӘББӘТ ПРОБЛЕМАҺЫ - Дипломная работа

ХУДОЖЕСТВОЛЫ ТЕКСТЫ ТӘРЖЕМӘЛӘҮ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ ҺӘМ УЛАРҘЫ УҠЫУ ПРОЦЕССЫНДА ҠУЛЛАНЫУ - Дипломная работа

Тайфур Сәғитовтың “Аманат” әҫәрендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһы - Курсовая работа

ПАТРИОТИЧЕСКОЕ ВОСПИТАНИЕ УЧАЩИХСЯ НА ОСНОВЕ БАШКИРСКИХ ПОСЛОВИЦ И ПОГОВОРОК - Дипломная работа

Покупка готовой работы
Название: «ПРИРОДА ЖАНРА ДРАМ ФЛОРИДА БУЛЯКОВА ФЛОРИД БҮЛӘКОВ ДРАМАЛАРЫНЫҢђЖАНР ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕН ӨЙРӘНЕҮ»
Раздел: Рефераты по различным предметам
Тип: Дипломная работа
Страниц: 75
Год: 2016
Цена: 2800 руб.

*

С условиями покупки работы согласен(-на).


Не нашли что искали?
Устали искать нужную курсовую, реферат или диплом?
Закажите написание авторской работы на Зачётик.Ру!


А так же: Отчёты по практике | Семестровые работы | Эссе и другие работы

Наши специалисты выполняют заказы по любым темам и дисциплинам.
Средний балл наших работ: 4,9
Мы помогли 8460 студентам.